5 декабрь, Дүшәмбе

11 ноябрь 2014 йыл, 8:13

Өфөлә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлиә Антипина/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен уларҙың һөнәри байрамдары менән ҡотлап, тантаналы сара уҙҙы.

БР буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы.

— Бөтә заманда ла ошондай үҙ эше оҫталарының ҡәҙерен белделәр һәм уларҙы ихтирам иттеләр. Улар һәр саҡ халыҡҡа хеҙмәт итте. Хеҙмәттәштәребеҙҙең күбеһе был көндө хәрби һаҡта тора. Һәр минут республикабыҙ халҡының тыныслығын патруль-пост хеҙмәте, оператив подразделениелар, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, ведомствонан тыш һаҡ, тикшереү һәм бик күп башҡа хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре һаҡлай. Тап улар беренселәрҙән булып кешегә ярҙамға килә — йәмәғәт тәртибен тәьмин итә һәм граждандарҙы енәйәти ҡул һуҙыуҙарҙан һаҡлай. Башҡортостан полицияһы хеҙмәткәрҙәренә ҡайҙа ғына хеҙмәт итергә тура килмәһен, ул булһынмы ҡала урамдарында йәки ҡыҙыу нөктәләрҙә, уларҙы һәр ваҡыт юғары һөнәри оҫталыҡ, оператив-хеҙмәт бурыстарын уңышлы үтәү өсөн юғары яуаплылыҡ, батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек кеүек сифаттар айыра. Хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәребеҙ тураһында мәңге хәтерләйәсәкбеҙ. Уларҙың миҫалында йәш быуын хеҙмәткәрҙәрен Ватанға намыҫлы хеҙмәт итергә, антҡа тоғро ҡалырға өйрәтәбеҙ, — тип айырып әйтте Михаил Закомалдин.

Ул шулай уҡ дөйөм эшкә полиция хеҙмәткәрҙәренең туғандары һәм яҡындары индергән өлөштө лә билдәләне һәм йәш быуын хоҡуҡ һаҡлаусыларын ҡотланы.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы башлығы Владимир Колокольцевтың тәбрикләү телеграммаһы уҡып ишеттерелде. Унда, атап әйткәндә, былай тиелә: «10 ноябрҙе беҙҙең менән бергә миллионлаған граждан билдәләй, ул эшебеҙҙең һөҙөмтәһен баһалау билдәһе. Бындай ышаныс белдереүҙең буштан ғына килмәүен аңлайбыҙ. Уға тиҫтәлән йылдарҙың көндәлек хеҙмәте нигеҙ булып тора».

Михаил Закомалдин иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт ведомство-ара наградаларын тапшырҙы. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең ҡаҙанышы Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы грамоталары менән билдәләнде. Байрамды сәнғәт эшмәкәрҙәре тамамланы.