3 декабрь, Шәмбе

10 ноябрь 2014 йыл, 17:27

Республика муниципалитеттарының йәш белгестәре эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шаршамбы, 12 ноябрҙә, Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауылында Башҡортостандың муниципаль райондары хакимиәттәренең йәштәр сәйәсәте органдары етәкселәре өсөн республика семинары уҙасаҡ.

«Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы семинарҙың төп майҙансығы итеп һайланған, бында йәш белгестәр менән эш итеүгә һәм спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Программала – Стәрлетамаҡ районында ғәмәлгә индерелгән йәш проекттарҙың презентацияһы, «Йәш ғаилә» конкурсында, «Йәш спецназсы» һәм «Йәш спортсы» профилле лагерҙарҙа ҡатнашыусыларҙың күргәҙмәһе. Семинарҙың пленар ултырышында республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарының белгестәре йәштәр сәйәсәте өлкәһендә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Шулай уҡ Рощинский ауылының социаль объекттары буйлап экскурсия ҡаралған. Семинар тематик майҙансыҡтарҙың эше менән тамамланасаҡ. Стәрлетамаҡ районы ауыл биләмәләре белгестәре, ветеран ойошмалары вәкилдәре һәм йәштәр хәрәкәттәре лидерҙары үҙ проекттарына презентация яһаясаҡ һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләйәсәк, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттың Йәштәр эштәре буйынса комитетында.

Белешмә өсөн телефон: (347) 218-03-08 (БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы).