4 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2014 йыл, 16:55

Яңауыл районында гемодиализ үҙәген астылар

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Яңауыл районынан хроник бөйөр етешмәүсәнлеге менән яфаланған пациенттарға хәҙер йәшәү өсөн мөһим булған гемодиализ процедураһын уҙғарыу өсөн аҙнаһына өс тапҡыр тиҫтәләгән саҡрым араны үтергә кәрәкмәй. Яңауыл Үҙәк район дауаханаһында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған гемодиализ үҙәге асылды.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бында алты аппарат ҡуйылған. Һаулыҡты тотоу өсөн кәрәкле процедураны тәүлегенә 30 пациентҡа тиклем эшләү мөмкин буласаҡ.

Медицина үҙәге персонал менән тулыһынса комплектланған, белгестәр Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында уҡыу үткән.

Яңауылда Гемодиализ үҙәге эшләй башлағандан алып шулай уҡ Ҡалтасы һәм Тәтешле райондары ауырыуҙарының да тормошо еңәләйәсәк.

темалар: һаулыҡ һаҡлау