6 декабрь, Шишәмбе

10 ноябрь 2014 йыл, 16:17

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы маҡтаулы исем булдырҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. БР Мәҙәниәт министрлығы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» тигән маҡтаулы исем булдырҙы. Бының хаҡта БР Хөкүмәтенең мәғлүмәт порталы хәбәр итә.

Яңы награда халыҡ художество ижады коллективтарын дәртләндереү, үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү, республика халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау һәм рухи берҙәмлекте нығытыу маҡсатында ойошторолған. Исем биреү тураһында үтенес ҡағыҙын Башҡортостан райондары һәм ҡалалары хакимиәттәре тапшыра ала. Исем алыуға үҙешмәкәр художество ижады менән 10 йылдан ашыу шөғөлләнеүсе «халыҡ (өлгөлө) коллективтары» хоҡуҡлы. Награда алыуҙың бөтә шарттары – БР Мәҙәниәт министрлығы бойороғо ҡағиҙәһендә.

Наградланыусы коллективтарҙың исемлеге йыл һайын БР Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында баҫыласаҡ.