5 декабрь, Дүшәмбе

10 ноябрь 2014 йыл, 15:38

Өфөлә китапханасылар мәҙәниәтте үҫтереүҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 11 ноябрҙә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында «Китапхана — толерантлыҡ һәм мәҙәниәттәр диалогы үҙәге» республика семинары уҙғарыла.

Семинар эшендә Башҡортостан Республикаһы ҡалалары һәм райондарының дөйөм ҡулланыштағы китапханалары директорҙары, уларҙың урынбаҫарҙары, белгестәре ҡатнашасаҡ. Республика ҡалалары һәм райондарынан белгестәрҙе онлайн режимында тоташтырыу планлаштырылған.

Тикшереү өсөн төп темалар – республикала йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәтен яңынан тергеҙеүҙә, күсәгилешлектә һәм үҫтереүҙә мәҙәни үҙәктәрҙең: китапханаларҙың, музейҙарҙың роле, тормош эшмәкәрлегендә сикләүҙәре булған кешеләр менән эш итеүҙә социомәҙәни реабилитациялау аспекттары, заманса шарттарҙа китапханаларҙың эш тәжрибәһе.

Семинарҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибарына һуҡырҙар өсөн махсус китапхана буйлап төркөм экскурсияһы, китапхана эшмәкәрлеге тураһында видеофильм тәҡдим ителәсәк. Сара «2010-2014 йылдарға Башҡортостан Республикаһында китапхана эшен үҫтереү» республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.

Семинар Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса иртәнге сәғәт унда башлана. Төрлө транспорт менән «Витамин заводы» туҡталышына тиклем килергә кәрәк.