6 декабрь, Шишәмбе

10 ноябрь 2014 йыл, 14:59

Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 190 тонна самаһы картуф һәм 300 тоннанан ашыу йәшелсә һатылған

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлиә Антипина/. Традицион ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре үткән көндәрҙә Башҡортостандың 13 ҡалаһында һәм алты муниципаль районында уҙҙы. Күбеһенсә сауҙа майҙансыҡтары Өфөлә асылғайны, унда үҙ продукцияларын республиканың 35 районы ауыл хужалығы етештереүселәре тәҡдим итте.

БР Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, йәрминкәләр барышында 188,8 тонна картуф, 309,1 тонна йәшелсә, 45,7 тонна бал, шулай уҡ 298,5 тонна ит продукцияһы һатылған, шул иҫәптән 170,9 тонна — һыйыр ите, 73,8 тонна — сусҡа ите, 17,3 тонна — төрлө төр ҡош ите.

Бер төркөм тауарҙар буйынса уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса хаҡтарҙың төшөүе билдәләнә. Мәҫәлән, бер килограмм бал өсөн хаҡ 20-50 һумға (бер килограмы 180-350 һум тора), йылҡы ите — 40 һумға (бер килограмы 180-300 һум тәшкил итә) кәмегән.