11 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2014 йыл, 14:30

«Әсәлек һәм балалыҡ донъяһы» Өфөлә махсуслаштырылған күргәҙмәлә күрһәтеләсәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 12-15 ноябрҙә Өфөлә тәүге тапҡыр «Әсәлек һәм балалыҡ донъяһы» махсуслаштырылған күргәҙмә уҙасаҡ. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был социаль проект ғаилә һәм балалыҡ мәнфәғәттәрендә балалар тауарҙары һәм хеҙмәттәре баҙарын үҫтереүгә йүнәлтелгән, ә эшлекле программаға конференциялар, лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ кластары һәм консультациялар менән үҙенсәлекле коммуникация майҙансығы инә.

Миҫалға, килеүселәр гинекологтарҙан, неонатологтарҙан, педиатрҙарҙан һәм күкрәк һөтө имеҙеү буйынса белгестәрҙән бушлай кәңәш ала аласаҡ. Күргәҙмәлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе эшләйәсәк, унда декрет ялында булғанда яңы һөнәр үҙләштереү мөмкинлеген белеп буласаҡ.

Буласаҡ әсәйҙәргә сәхнәләге сығыштар һәм мода күрһәтеүҙәр менән ҡыҙыҡлы программа тәҡдим ителә, алдынғы медицина үҙәктәре, бала табыу йорттары, йөклө ҡатындар һәм яңы тыуған балалар өсөн тауарҙар етештереүсе вәкилдәр менән осрашыуҙар уҙасаҡ. Бәләкәй килеүселәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ: ойоштороусылар улар өсөн бәйләм бәйләү, вокал һәм ижади шөғөлдәр буйынса бушлай оҫталыҡ кластары үткәрәсәк. Бынан тыш, «Урман илселеге» бәйләнеш зоопаркы асыласаҡ.

Ата-әсәләрҙе шулай уҡ ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт көтә. Шәхси балалар баҡсаһы үҙ учреждениеларының презентацияһын тәҡдим итәсәк, бында социаль хеҙмәтләндереү, сәләмәт туҡланыу һәм балаларҙы тәрбиәләү, психологик консультациялау мәсьәләләре буйынса бушлай консультациялар алырға мөмкин буласаҡ.

13 ноябрҙә белгестәр өсөн «Сәләмәт ҡатын-ҡыҙ — сәләмәт йәмғиәт» конференцияһы ойоштороласаҡ.

Яңы йыл алдынан «Татлы яңы йыл байрамы» махсус проект тәҡдим ителәсәк.

Шулай уҡ һәр килеүсене бушлай фотосессия көтә. Экспозиция «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында эшләйәсәк.

темалар: күргәҙмәләр