6 декабрь, Шишәмбе

10 ноябрь 2014 йыл, 12:16

Полиция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. 1715 йылда Петр I Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәтен булдыра һәм уны «полиция» тип атай, ул грек теленән тәржемә иткәндә «дәүләт менән идара итеү»ҙе аңлата.

1917 йылдың 10 ноябрендә РСФСР-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссариатының ҡарары менән «революция йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн» эшсе милиция ойошторола. Иң тәүҙе милиция урындағы Советтар ҡарамағында була, артабан Эске эштәр халыҡ комиссариаты структураһында, ә 1946 йылдан алып – Эске эштәр министрлығында. Оҙаҡ йылдар байрам «Милиция көнө» тип йөрөтөлә. 2011 йылдың 1 мартында «Полиция тураһында» яңы закон ҡабул иткәндән һуң байрамдың исеме үҙгәрә. РФ Президентының 2011 йылдың 13 октябрендәге 1348-се Указына ярашлы байрам «Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө» тип үҙгәртелә.

Эске эштәр министрлығының шәхси составы үҙенең һөнәри байрамын граждандарҙың тыныс тормошон һәм ижади хеҙмәтен ышаныслы һаҡлап эш урынында ҡаршы ала. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре дәүләтте һәм йәмғиәтте енәйәти ҡул һуҙыуҙарҙан яҡлау буйынса көндәлек бурыстарҙы уңышлы хәл итә.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов уҙған йома, 7 ноябрҙә, полиция хеҙмәткәрҙәренә хөкүмәт наградаларын тапшырып, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.