8 декабрь, Кесе йома

10 ноябрь 2014 йыл, 11:33

«Тамыр» телеканалының «Шүлгәнташ» фильмы ике номинацияла «ТЭФИ-төбәк» бөтә Рәсәй конкурсы финалсыһы булды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Тамыр» телеканалы төшөргән «Шүлгәнташ» фильмы иң яҡшы балалар эше һәм иң яҡшы оператор эше номинацияларында «ТЭФИ-төбәк» 2014 бөтә Рәсәй телевизион конкурсында финалсы булды. Бының хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы матбуғат секретары Альбина Ғатауллина хәбәр итте.

«Шүлгәнташ» фильмы «Урал батыр» башҡорт эпосы, халыҡ риүәйәттәре һәм әкиәттәре мотивтары буйынса эшләнгән. Ул Башҡортостан Республикаһы Президентының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ике миллионлыҡ гранты сараларына ғәмәлгә индерелгән. Фильм Бөрйән районындағы күренекле Шүлгәнташ мәмерйәһендә төшөрөлә.  

Уның өҫтөндә 150-нән ашыу кеше эшләй. Улар иҫәбендә — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының иң яҡшы белгестәре: проект авторы Гөлназ Ҡолһарина, режиссерҙар Рөстәм Аҙнабаев менән Ләйсән Солтанғолова, ҡуйыусы оператор Урал Ғатауллин, рәссамдар Арыҫлан Бикбаев һәм Альбина Шәһретдинова, тауыш режиссеры Людмила Романова. Айҙар Хәмзин фильмға музыка яҙған. Төп ролдәрҙә: Уралдың ролен Рөстәм Төхбәтов, Сәриә һәм Аҡтояҡтың — Наҙгөл Шәрәфетдинова, Сабит һәм Ҡусҡарҙың — Данир Ғимаҙиев башҡара. Ташбулат олатайҙың ролен Салауат драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Зыязетдинов башҡара, мәкерле Эңерҙе — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Ғәлиә Вәхитова, яуыз Шүлгәнде – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегетов.

Фильмдың операторы Урал Ғатауллин – Башҡортостан юлдаш телевидениеһының төп операторы.

«Тамыр» телеканалы – «ТЭФИ-төбәк» бөтә Рәсәй телевизион конкурсында йыл һайын ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Физра. Махсус хәбәрсенең спорт блогы» («Физра. Спортблог спецкора») тапшырыуы «Спорт тураһындағы программа» номинацияһында финалға сыҡты.