4 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2014 йыл, 9:49

Рөстәм Хәмитов: «Хоҡуҡ һаҡлау системаһының асыҡлығына курсты дауам итеү мөһим»

фото: Андрей Старостин, Хәлит Сафин

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 7 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Республика етәксеһе ведомство хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

— Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ хоҡуҡ һаҡлауҙы һәм граждандарҙың именлеген, уларҙың ғүмерен, һаулығын, мөлкәтен яҡлауҙы тәьмин итеүҙә айырым мөһим бурыстарҙы башҡара. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың эшмәкәрлегенә, тәү сиратта, республика халҡы объектив баһа бирә. Иң мөһиме – уларҙың ҡалаларыбыҙҙа һәм ауылдарыбыҙҙа, юлдарҙа, үҙ фатирҙарында үҙҙәрен ни тиклем тыныс тойоуҙары, – тип билдәләне үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов.

Уның әйтеүе буйынса, әлеге ваҡытта төбәктә енәйәтселек кимәле – Волга буйы федераль округында һәм дөйөм алғанда Рәсәй буйынса иң түбәндәрҙең береһе. Ул, тәү сиратта, республика Эске эштәр министрлығының енәйәтселек, экстремизм һәм наркотиктар ҡурҡынысы менән уңышлы көрәше, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һөҙөмтәле иҫкәртеү саралары менән бәйле.

Башҡортостан башлығы бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары системаһы алдында торған мөһим бурыстарҙы билдәләне. Улар иҫәбендә – иҫкәртеү сараларын көсәйтеү, балалар араһында енәйәтте киҫәтеү, бәлиғ булмаған балаларҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарын иҫкәртеү, коррупция күренештәрен туҡтатыу һәм эсктремизмға ҡаршылыҡ күрһәтеү.

Республика Президенты шулай уҡ Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәрен юлдарҙа авария хәленең үҫешен кәметеү өҫтөндә эшләргә, шул иҫәптән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар менән ҡатыраҡ көрәшергә саҡырҙы.

— Тиҙлек арттырыусы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусы водителдәрҙең йыш ҡына ғәйепле булыуҙарын аңлайым. Машина йөрөтөү мәҙәниәте күптәрҙең ғөмүмән юҡ. Республика буйлап сәфәрҙәргә йөрөгәндә танышлыҡ аша алынған номерлы, бай машиналарҙың йыш ҡына башҡа водителдәргә ҡарата тупаҫ мөнәсәбәттә булыуҙарын күргәнем бар. Улар өсөн «көслөнөң хоҡуғы» закондан мөһимерәк, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренән әһәмиәтлерәк.

Рөстәм Хәмитов, бындай осраҡтарҙа Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә тәртип боҙоусының вазифаһына ҡарарға кәрәкмәй, тип иҫәпләй.

— Әгәр руль артында көс структуралары хеҙмәткәре йәки түрә икән – бигерәк тә йәлләмәҫкә, водитель таныҡлығынан мәхрүм итергә. Бының өсөн дәүләт һеҙгә бөтә вәкәләттәр биргән һәм ошо эште сифатлы итеп башҡарырға кәрәк, – тип айырып әйтте республика башлығы.

— Бөгөн хоҡуҡ һаҡлау системаһының асыҡлығына, граждандар йәмғиәте институттары менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе нығытыуға курсты дауам итеү мөһим. Эске эштәр органдары ҡарамағындағы йәмәғәт советтары составында эшләүсе активистарға таянырға кәрәк, улар һеҙҙең хеҙмәттәштәрегеҙ тиергә була, – тине Башҡортостан Президенты.

Шулай уҡ республика башлығы эске эштәр органдарына ШОС һәм БРИКС саммиттарын уҙғарыу ваҡытында тәртип һаҡлауҙы һәм республика халҡы һәм ҡунаҡтары именлеген тәьмин итеү бурысы ҡуйҙы.

Рөстәм Хәмитовтың сығышының тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.