Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың ижади коллективтары Ҡытайға гастролдәргә сығырға ниәтләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостан Республикаһы бизнесы көндәре» сиктәрендә Ҡытайҙа БР проекттарының презентацияһы уҙҙы һәм ҡыҙыҡлы мәҙәни проекттар тураһында килешеүҙәр өлгәшелде.

БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова рәсми саралар сиктәрендә Чунцин ҡалаһының Туризм идаралығы директоры урынбаҫары менән осрашты. Осрашыуҙа мәҙәниәт өлкәһендә – Ҡытай һәм Башҡортостандың ижади коллективтары менән алмашыу һәм уртаҡ ваҡиға, мәҙәни-танып белеү туризмын үҫтереү буйынса төбәктәр араһында хеҙмәттәшлек перспективалары тикшерелде. Атап әйткәндә, Ҡытай Халыҡ Республикаһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Милли симфоник оркестрының гастролдәре тураһында һөйләшеүҙәр башланды. Киләһе йылда Чунцин ҡалаһында Мәҙәниәт аҙнаһына Башҡортостан Республикаһы коллективтарын саҡырыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть