5 декабрь, Дүшәмбе

07 ноябрь 2014 йыл, 15:42

«Голос. Дети» проектында ҡатнашыусы Рушана Вәлиева Парижда сығыш яһаны

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Голос. Дети» бөтә Рәсәй телепроектында Башҡортостандың берҙән-бер ҡатнашыусыһы, Ауырғазы районынан Рушана Вәлиева Парижда «Кавер, мы знаем, как это делать» халыҡ-ара телевизон шоу-конкурсында сығыш яһаны.

БР Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Рушана «YouTube»тағы видеороликтарының береһе арҡаһында конкурстың финалына саҡырыла. D8 каналы музыкаль мөхәррирҙәренең иғтибарын Рушананың «Boney M» төркөмөнөң «Sunny» тигән билдәле хитын рус телендә халыҡ стилендә эшләгән шаян версияһы йәлеп итә. Йәш башҡарыусыға Өфө сәнғәт академияһы уҡытыусыһы, БР Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры баянсыһы Дмитрий Анисимов ҡушылып уйнай. 12 коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусылар араһында Рушана берҙән-бер үҫмер ҡатнашыусы була.

— Төрлө ил халыҡтары рәсәйлеләргә йылы ҡарашта. Моғайын, айырыуса француздарҙыр, миңә улар рухи яҡтан яҡыныраҡ һымаҡ тойолдо. Финалдан һуң ижадыма ғашиҡ кешеләр барлыҡҡа килде, сит илдәрҙең продюссерлыҡ үҙәктәренән тәҡдимдәр бар, — тип билдәләне Рушана.

D8 Франция дәүләт телевидениеһы каналы ойошторған фестиваль бөтә донъяға билдәле хиттарҙы үҙенсәлекле башҡарыусы ижади коллективтарҙы һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙы йыя. Конкурстың төп һәм берҙән-бер бүләге 10 мең евро.