9 декабрь, Йома

07 ноябрь 2014 йыл, 14:47

Республика делегацияһы Рус география йәмғиәтенең беренсе фестивалендә ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Үткән көндәрҙә Мәскәүҙә, Үҙәк рәссамдар йортонда Рус география йәмғиәтенең I фестивале тамамланды. Ул 31 октябрҙән алып 6 ноябргә тиклем уҙҙы, унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән ижади коллективтар ҡатнашты. Башҡортостандан республиканың Милли музейы делегацияһы, шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» фольклор-эстрада төркөмө булды.

Рус географияһы йәмғиәте Фестивалгә Рәсәй төбәктәренән иң сағыу иҫтәлекле нәмәләрҙе йыйырға тырышҡан. Бындай масштаблы сара Рәсәйҙең иң оло йәмәғәт ойошмаһының 170 йылға яҡын тарихында тәүге тапҡыр уҙғарылды. Фестивалде Рус география йәмғиәте Президенты, Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу асты. Фестивалдең һәр көнө айырым темаға арналғайны: экспедицияларға, тикшеренеүҙәргә, тәбиғәтте һаҡлауға, фәнгә, Рус география йәмғиәте төбәктәренә һәм уҙаҡташтарына. Тематик көндәр ҡунаҡтары – билдәле сәйәхәтселәр, ғалимдар, фотографтар, авторҙар коллективтары һәм телетапшырыуҙар алып барыусылары төрлө-төрлө лекциялар һәм презентациялар уҙғарҙы. Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәләре зонаһында фестивалгә килеүселәр илдең һәр 85 субъектында география һәм мәғариф өлкәһендәге, экспедиция эшендәге һәм йәмғиәт эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары тураһында белә алды.

Башҡортостан экспозицияһы боронғо йыһаздар һәм халыҡ кәсептәре предметтары менән биҙәлгән башҡорт тирмәһендә ойошторолғайны. Экспозицияла республика оҫталары бөтә теләүселәр өсөн бәйләм-бәйләү, кейеҙ, мәрйендәр менән эш итеү буйынса оҫталыҡ кластары күрһәтте. Ә экспедиция көнөндә Башҡортостан Республикаһынан БР халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендә «Далан» төркөмө сығыш яһаны. Башҡорт дәүләт филармонияһы режиссеры, эстраданың художество еткәсеһе Илшат Фәхртдинов менән бергә артистар бер сәғәтлек концерт ҡуйҙы, республика милли мәҙәниәтенең бөтә үҙенсәлеген күрһәтте.