8 декабрь, Кесе йома

07 ноябрь 2014 йыл, 12:49

Башҡарма властың һөҙөмтәлелеге өсөн Башҡортостан РФ Хөкүмәте грантын алдасаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡарма власть органдары эшмәкәрлегендә өлгәшелгән иң яҡшы күрһәткестәрҙе дәртләндереү сифатында Башҡортостанға 165 миллион 325 мең һум күләмендә грант бүленә. РФ Хөкүмәтенең тейешле ҡарары йома көндө уның рәсми сайтында баҫылған.

Гранттар Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы үткәргән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары һөҙөмтәлелеген комплекслы баһалау һөҙөмтәләре буйынса бирелә. Анализ яһағанда 2013 йыл һөҙөмтәләре һәм өс йыллыҡ осор күрһәткестәре динамикаһы иҫәпкә алынған. Һәр төбәк 12 күрһәткес буйынса баһаланған, улар иҡтисадтың, социаль өлкәнең үҫешен тасуирлай һәм халыҡтың фекерен сағылдыра.

Һөҙөмтәлә бөтә субъекттар ҙа 1-ҙән алып 83-кә тиклемге категориялар буйынса бүленгән. Гранттар комплекслы баһалау йомғаҡтары буйынса 1- 20 категориялағы Федерация субъекттарына бүленә.

Тәүге унлыҡҡа Татарстан Республикаһы, Төмән өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, Воронеж өлкәһе, Чечен Республикаһы, Астрахан, Сахалин өлкәләре, Ямал-Ненец автономиялы округы, Курск һәм Тамбов өлкәләре инә. Башҡортостан еңеүселәрҙең икенсе унлығында урынлашҡан.

Иң һөҙөмтәле башҡарма власть органдары булған 20 төбәкте дәртләндереүгә федераль бюджеттан дөйөм алғанда 3 миллиард 484,2 миллион һум аҡса бүленә.