5 декабрь, Дүшәмбе

07 ноябрь 2014 йыл, 11:55

Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ҡытайҙың Чунцин ҡалаһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы Ҡытайға эш сәфәре сиктәрендә, Чунцин ҡалаһында булды.

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тура төбәк-ара бәйләнештәр булдырыу Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың быйыл июлдә Бразилияның Форталезе ҡалаһында БРИКС саммитында әйтелгән идеяһын үҫтереү булып тора.

— «Region to region» — төбәк менән төбәк — «R2R» тигән яңы аралашыу форматын тәҡдим итәм. Тап ошо формат эре компанияларҙың ғына түгел, ә бәләкәй һәм урта бизнестың тырышлыҡтарын берләштерергә мөмкинлек бирәсәк. БРИКС-тың биш ил эшҡыуарҙары ҡатнашлығында кластерҙар булдырырға һәм иҡтисадтарыбыҙҙың үҫешендә синергетик һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин буласаҡ. Нәҡ был аралашыу форматы дәүләт-ара мөнәсәббәттәр һәм эре бизнестың үҙ-ара хәрәкәт ителеше менән бер рәттән, тотош БРИКС, һәр илебеҙ үҫешендә лә өсөнсө терәк нөктәһе булып торасаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Чунцинда республиканың инвестиция һәм иҡтисади потенциалын күрһәттеләр. Уны алдынғы предприятиелар, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре тәҡдим итте.

Чунциндың вице-губернаторы Лю Цян Башҡортостан делегацияһы ағзаларын сәләмләне һәм уларға эштәрендә уңыштар теләне.

Сәфәр сиктәрендә «В2В» (бизнес менән бизнес) форматында һөйләшеүҙәр уҙҙы. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә һигеҙ меморандум, шулай уҡ БР Хөкүмәте һәм Чунцин ҡалаһының Халыҡ хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлдө.