9 декабрь, Йома

07 ноябрь 2014 йыл, 10:53

Федерация Советында Башҡортостандан герой балаларҙы миҙалдар менән бүләкләнеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Федерация Советында батырлыҡ күрһәткән балаларҙы бүләкләнеләр. Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының юғары наградаһына Башҡортостандан ике егет лайыҡ булды. Күмертауҙан 11 йәшлек Семен Давыдов янғын ваҡытында йорттан ағаларын һәм апаһын сығара, 9 йәшлек Артур Фәтҡуллин быуала батып барған ҡыҙҙы ҡотҡара.

Республиканан йәш батырҙарҙы сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова оҙатып йөрөнө. Тантанала сығыш яһап, ул Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йыйылған егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың ысын, ҡыйыу батырҙар булғанын билдәләне.

— Бөгөн властың һәм йәмғиәттең төп бурыстарының береһе – ул балаларҙа үҙҙәрен яуаплы һәм граждандарса тотоуҙы булдырыу, — тине Лилиә Ғүмәрова. – Үҫеп килгән быуынды йәштәштәренең батырҙарса һәм ҡыйыу эштәре миҫалында тәрбиәләп, яңы быуындың әхлаҡи һәм илһөйәрлек тәрбиәһенә ҙур өлөш индерәбеҙ. Балаларыбыҙҙың ниндәй булып үҫеүҙәре нәҡ үҙебеҙҙән тора һәм бында рухи-әҡлаҡи һәм патриотик тәрбиә нигеҙҙәре һалыусы ғаиләләр һәм мәктәптәр ҙур роль уйнай.

Шулай уҡ Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан Республикаһының тәжрибәһе – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың башланғысы буйынса батыр балалар өсөн ойошторолған осрашыуҙар һәм саралар тураһында һөйләне.