4 декабрь, Йәкшәмбе

07 ноябрь 2014 йыл, 9:57

Рөстәм Хәмитов «Селигер-2014» йәштәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашты

фото: Хәлит Сафин, БР Президенты матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 6 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Селигер-2014» Бөтә Рәсәй йәштәр форумының «Поколение Zнаний» йомғаҡлау сменаһында ҡатнашыусы, республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарының йәш уҡытыусылары һәм аспиранттары менән осрашты. Республика башлығы менән осрашыу барышында улар үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты, артабанғы профессиональ пландары тураһында һөйләне һәм йәштәр менән эш итеү өлкәһендә перспективалы проекттарҙы тикшерҙе.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан етәкселегенең һуңғы йылдарҙа төбәктең заманса тышҡы ҡиәфәтен булдырыу өҫтөндә эшләүен билдәләне.

— Республикабыҙ заманса тенденциялар өсөн асыҡ, һәләтле булырға тейеш, шул иҫәптән инвестициялар йәлеп итеү, тормошобоҙҙоң иҡтисади нигеҙҙәрен булдырыу буйынса ла. Заманса Башҡортостан кешеләр менән эш итеү ҡарашынан тәбиғи булырға тейеш. Был эштә беҙгә бергәләп эшләргә кәрәк. Һеҙҙең ярҙамығыҙ ҙа талап ителә. Йәш, креатив, һәләтле, йәмғиәтте борсоған мәсьәләләрҙең асылын белгән кешеләрҙең ярҙамы, — тине республика Президенты.

Республика башлығы ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә «Селигер-2014» форумында ҡатнашыусыларҙың проекттары йүнәлтелгән, улар үҙ эштәрен осрашыу барышында тәҡдим итте.

Сәйәси фәндәр кадидаты, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусы, әлеге ваҡытта Миәкә районы Советы депутаты һәм «Ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары партияһы» төбәк бүлексәһе рәйесе Марат Сабитов альтернатив «Йәштәр хөкүмәтен» булдырыу идеяһын тәҡдим итте. Уның маҡсаты – республика министрлыҡтары эшмәкәрлеге сиктәрендә перспективалы инновация проекттарын әҙерләү.

— Бындай төр проекттарға минең фекерем икеле. Ниндәйҙер уйҙырма булдырыу түгел, ә тура хөкүмәткә килеү һәм эшләү яҡшыраҡ, — тип яуапланы Рөстәм Хәмитов. — Ә ниндәйҙер параллель структуралар ойоштороу һәм уға ваҡыт сарыф итеү, минең ҡарашҡа, перспективалы түгел. Уҡытыу үҙәктәре булдырыу, киләсәктә власть структураларында эшләү өсөн маҡсатлы рәүештә белгестәр әҙерләү – уныһы башҡа эш.

Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты ғилми-мәғлүмәт секторы мөдире, өлкән уҡытыусы Илшат Исламовтың проекты йәш ғалимдар, аспиранттар һәм һәләтле студенттар иҫәбенән Башҡортостанда эксперттар пулы менән бәйле. Бындай берләшмәнең бурысы – республиканың ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади тормошоноң төп аспекттары буйынса эксперт фекерҙәре, асыҡ лекциялар һәм башҡа төр коммуникациялар формаһында халыҡ һәм киң мәғлүмәт саралары менән аңлатыу эштәре уҙғарыу.

— Кешеләргә аңлайышлы тел менән иҡтисадта, производствола, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта барған процестарҙың асылын аңлатыу – ул бөгөнгө ҙур проблема. Телевидениела, радиола сығыш яһарға, лекциялар, осрашыуҙар ойошторорға, гәзиттәрҙә, журналдарҙа, интернетта аңлайышлы итеп яҙырға һәләтле кешеләр табыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Әгәр һеҙ ошондай һөҙөмтә алыуға ниәтләнһәгеҙ, әлбиттә, мин һеҙгә ярҙам итәсәкмен.

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы Йәш ғалимдар советы рәйесе, мәғлүмәти уҡытыу технологиялары секторы мөдире Екатерина Басманова дистанцион уҡытыу формаларын һәм халыҡ менән эш итеүҙе үҫтереүҙең әһәмиәтен билдәләне, шул иҫәптән республика ғилемен популярлаштырыу өсөн. Рөстәм Хәмитов булған республика интернет-ресурстарын файҙаланып, «Ҡатмарлы тураһында ябай ғына» тигән бүлек асыу мөмкинлеген билдәләп, был идеяны әүҙем хупланы. Башҡорт телендәге материалдар бындай ресурстың мотлаҡ өлөшө булырға тейеш.

Йәйге төбәк йәштәр форумдарының киң билдәлелеге хаҡында һөйләгәндә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының дөйөм тарих һәм тарихи-мәҙәни мираҫ кафедраһы ассистенты Максим Шәйхетдинов быға оҡшаш республика йәштәр форумын ҡышын үткәрергә тәҡдим итте. Шишмә районында урынлашҡан «Сәлих» уҡытыу үҙәге бындай форумды үткәреү урындарының береһе булыуы мөмкин. Республика Президенты был идеяны хупланы:

— Ҡыҙыҡлы нәмәләр килеп сыға башлаһа, миңә хәбәр ебәрерһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән мотлаҡ рәүештә унда барырбыҙ, аралашырбыҙ, фекер алышырбыҙ.

Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы ассистенты Азалия Хурамшина «Мобиль педагог» проектының идеяһы менән уртаҡлашты. Уның маҡсаты – бәләкәй комплектлы ауыл мәктәптәренең уҡытыусыларға ҡытлыҡ проблемаһын хәл итеү өсөн ҡала һәм район үҙәктәренән педагогтарҙы йәлеп итеү. Рөстәм Хәмитов яуап биреп, был проекттың республикала тикшереү үткәнен билдәләне. Тәүге һөҙөмтәләр уҡыу йылы аҙағында билдәле буласаҡ.