6 декабрь, Шишәмбе

06 ноябрь 2014 йыл, 17:23

Баш ҡалала VI Урал сәнәғәт форумы уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. 11-13 ноябрҙә Өфөлә VI Урал сәнәғәт форумы уҙасаҡ.

Ойоштороусылары – Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, РФ Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе булышлығында «БашЭкспо» күргәҙмә үҙәге.

Форумдың маҡсаты – предприятиелар һәм ойошмаларға конкуренцияға һәләтле юғары технологик продукциялар сығарыуҙы киңәйтеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, яңы фәнни технологиялар һәм ҡорамалдар индереүҙә, яңы заманса ҡорамалдар күрһәтеүҙә булышлыҡ итеү. Форум бүлектәре Урал-Волга буйы төбәктәре үҫешенең төп сәнәғәт йүнәлештәрен сағылдырасаҡ.

11 ноябрҙә VI Урал сәнәғәт форумы сиктәрендә Рәсәй  Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе булышлығында «Машина эшләүҙең проект-йүнәлеш биреү үҫешендә инженер персоналы менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү» тигән түңәрәк өҫтәл уҙасаҡ. Түңәрәк өҫтәлде ойоштороусылар эре инновацион һәм инвестиция проекттарын ғәмәлгә индергәндә сәнәғәт предприятиеларының кадрҙар тәьминәте мәсьәләләрен хәл итеү буйынса тәжрибә уртаҡлашырға ниәтләнә. Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре, шулай уҡ Өфөнөң техник юғары уҡыу йорттары етәкселеге ҡатнашырға планлаштыра.