5 декабрь, Дүшәмбе

06 ноябрь 2014 йыл, 15:07

Республикала йәшелсәгә хаҡтарҙың кинәт артыуына тәүшарттар юҡ – Сауҙа буйынса дәүләт комитеты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлиә Антипина/. Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты төп тауарҙар төркөмөнә хаҡтар мониторингы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда ауыл хужалығы баҙарында хәл тотороҡло тигән һығымтаға килде. Ведомство хаҡтарҙың кинәт артыуына тәүшарттар күрмәй һәм уларҙың барлыҡҡа килеүен күҙалламай.

— Төп сауҙа селтәрҙәре, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы һәм республика етештереүселәре менән конструктив диалог көйгә һалынған. Хаҡтарҙың ҡапыл күтәрелеүе бер кемгә лә отошло түгел. Бөтә яҡтар ҙа хаҡтарҙың тыныс һәм тотороҡло хәле менән ҡыҙыҡһына, — тип иҫәпләй дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Валерий Белов.

Анализ бөгөнгө хаҡтарҙың артыуын миҙгел факторына нигеҙләнеүен һәм алдағы йылдарҙағы миҙгелле үҙгәрештәргә тулыһынса тап килеүен күрһәткән. Быға оҡшаш уҙған йылдарҙағы темптар менән хаҡтар яңы өлгөргән ҡыярға (сентябргә ҡарата 46,14 процентҡа), томатҡа (35,57 процентҡа) һәм татлы боросҡа (14,39 процентҡа) үҫә. Мониторингтың мәғлүмәттәренә ярашлы, яңы өлгөргән ҡыярға һәм томатҡа хаҡ былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса күпкә түбәнерәк.

Йыл башы менән сағыштырмаса картуф 10,5 процентҡа осһоҙайған һәм бөгөн килограмы 18-25 һум тора. Уҙған йылдарҙың практикаһынан сығып, йыл аҙағына тиклем картуфтың хаҡы 20 процентҡа тиклем артыуы ихтимал. 2010 йылда республика өсөн уңышлы булмаған йылда ла оҡшаш осорға хаҡ 25 проценттан да юғары артмағайны. Ағымдағы йылда Башҡортостанда яҡшы картуф уңышы алынған.

Хаҡтар спекуляцияһына юл ҡуймау өсөн республика Хөкүмәте ҡарамағында тауар баҙарында тигеҙлелекте тәьмин итеү, ауыл хужалығы продукцияһына, сеймалға һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуына юл ҡуймау мәсьәләләрен оператив ҡарау өсөн штаб булдырылған. Штаб составына ҡыҙыҡһынған башҡарма власы органдары, контролдә тотоусы һәм күҙәтеүсе ведомстволар, бизнес вәкилдәре инә.