11 декабрь, Йәкшәмбе

06 ноябрь 2014 йыл, 16:42

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарында эшләү өсөн ирекмәндәрҙе уҡыта башлайҙар

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 2015 йылдың июлендә Өфөлә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарында ирекмән булырға һәм һәм унда ҡатнашырға теләүселәр өсөн заявкалар ҡабул итеү тамамланды. Ойоштороусылар 9500-ҙән ашыу анкета ҡабул иткән. Уларҙың күбеһе – Өфө юғары уҡыу йорттары студенттарынан.

«Заявкалар 3 сентябрҙән алып ҡабул ителде. Билдәләп үтергә кәрәк, республика халҡы был проектҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе: беҙ 9500-ҙән ашыу анкетаны студенттарҙан ғына түгел, «көмөш» йәштәге тип аталған кешеләрҙән дә ҡабул иттек. Бынан тыш, Ҡытайҙан, Ирандан, Тажикстандан, Ҡаҙағстандан һәм башҡа илдәрҙән студенттар үҙ милләт делегациялары менән эшләргә әүҙем теләк белдерҙе. Уларға яҡташтарына беҙҙең ҡала тураһында нимә һөйләргә барҙыр тип уйлайым, ни тиһәң дә улар ҡалабыҙҙы өйрәнеп һәм яратып та өлгөргән», — тип хәбәр итте «Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө автономиялы коммерцияһы булмаған ойошма директоры Николай Фадеев.

Ағымдағы йылдың ноябренән алып 2015 йылдың майына тиклем ирекмәндәрҙе уҡытыу бер нисә этапҡа бүленгән. Тәүге дистанцион этабына дәғүә итеүселәрҙе яҡынса баһалауға һәм лидерҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән бер нисә тест инә.

Һуңынан БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Эшлекле коммуникациялар оҫталыҡтарын үҫтереү» тренинг программаһы буйынса уҡыуҙар башланасаҡ. Ирекмәндәр шулай уҡ ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу объекттарында махсус уҡыуҙар үтәсәк.

Белем биреү планына тренинг программалары буйынса уҡытыу, йәштәштәре һәм башҡа мәҙәниәт вәкилдәре менән танышыу һәм аралашыу, шәхси үҫеш һәм аң даирәһен киңәйтеү: сәфәрҙәр, экскурсиялар, ҡаланың һәм республиканың төрлө мәҙәни сараларында һәм акцияларҙа ҡатнашыу инә.

Саммиттарҙа йәмғеһе 500 ирекмән эшләйәсәк. Һәр кем туҡланыу, юл йөрөү һәм волонтер формаһы менән тәьмин ителәсәк, тип хәбәр итте «Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө» автономиялы коммерцияһы булмаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәте һәм киң коммуникациялар департаменты әйҙәүсе белгесе Елена Арямнова.