Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны республика буйлап тантаналы йөрөшөн тамамланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» муниципаль берәмектәр араһында мәҙәни ваҡиғалар марафоны республика буйлап үҙенең тантаналы йөрөшөн тамамлап Өфөгә ҡайтты.

Ҡала Мәҙәниәт һарайында уҙған, «Өфө — дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы» профессиональ ижади коллективтар фестивале марафондың Башҡортостандың баш ҡалаһына килеүендә сағыу ваҡиғаға әйләнде. Фестивалдә үҙҙәренең профессиональ оҫталыҡтарын Рәсәйҙең 10 ҡалаһынан 13 коллектив күрһәтте.

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны 2014 йылдың 23 ғинуарында башланғайны. Марафондың символын – Рәсәй һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт йылы эмблемаһы менән штандартты Бөрө районы «Керәшен һыуыҡтары-2014» асыҡ эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсын тантаналы ябыуҙа алды. 11 айҙа марафон республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында булды,  бренд күргәҙмә йәки ваҡиғалы саралар, фестивалдәр, конкурстар, халыҡ байрамдары, акциялар, биҙәү-ҡулланма йәки һынлы сәнғәт күргәҙмәләре, флешмобтар уҙғарылды.

Өфө марафонды ҡабул иткән республиканың 63-сө нөктәһе булды. «Донъяны матурыраҡ итәйек!» девизы аҫтында Мәҙәниәт йылы штандарты Башҡортостандың баш ҡалаһында Мәҙәниәт йылын рәсми рәүештә япҡанға тиклем 22 декабргә ҡәҙәр буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть