3 декабрь, Шәмбе

06 ноябрь 2014 йыл, 12:20

Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты үҙенең 65 йыллығын билдәләй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә республикала юридик белем биреүҙең 65 йыллығын билдәләйҙәр. 5 ноябрҙә Конгресс-холда Хоҡуҡ институтының юбилейына арналған тантаналы кисә уҙҙы. Юғары уҡыу йорто ректоры Николай Морозкин Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик институтының Өфөлә 1949 йылда асылыуын хәтергә төшөрҙө. 1963-лә – филиал Свердловск юридик институтының факультетына, 1972-лә Башҡорт дәүләт университеты факультетына әйләндерелә. Үҙенең хәҙерге статусына юридик факультет 1999 йылда ғына эйә була.

— Юғары уҡыу йортонда хәҙер өс мең студент уҡый, уларға 22 доктор һәм 63 юридик фәндәр кандидаты белем бирә. Үҙ аспирантураһы һәм докторантураһы бар. Хоҡуҡ институты сығарылыш студенттарының һаны буйынса ғына түгел, ә уларҙың алған белеме, белгестәрҙең талап ителгәнлеге буйынса республикала юридик белем биреү флагманы булып тора, — тине ректор.

— Хоҡуҡ институтын хөрмәт итәбеҙ, уның эшен иғтибар менән күҙәтәбеҙ. Күп кенә юристар үҙ белемдәрен депутатлыҡ өлкәһендә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай аппараты эшендә ғәмәлгә индерҙе. Тик шуны ғына әйтә алам: уларҙың кимәле тормош ҡуйған талаптарға тулыһынса тап килә. Шуға ҡарамаҫтан, ул бер урында ғына тормай, юридик белем биреүҙе модернизациялау мәсьәләләре лә айырым дәүләт әһәмиәтенә эйә була. Квалификациялы юридик кадрҙарҙы әҙерләү хоҡуҡлы дәүләттең өҫтөнлөклө маҡсаттары һәм талаптары менән тулы гармонияла булырға тейеш. Әммә дәүләт тик шул осраҡта ғына хоҡуҡлы була ала, әгәр йәмғиәт үҙе шундай булһа. Шунлыҡтан юридик белем биреү хоҡуҡлы дәүләттең һәм граждандар йәмғиәтенең барлыҡҡа килеүендә мөһим фактор булып сығыш яһай, — тип мөрәжәғәт итте сараға йыйылғандарға БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова институттың иң яҡшы студентына бер тапҡыр бирелә торған биш мең һумлыҡ премия булдырҙы һәм юғары уҡыу йорто администрацияһын алыусыны билдәләүҙәрен һораны. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән булдырылған проекттар һәм үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәһендә, быйыл Хоҡуҡ институты матди базаны нығытыуға федераль бюджеттан 500 миллион һум алды, тип хәбәр итте сенатор.

Ҡотлау менән шулай уҡ юғары уҡыу йортон тамамлаусы – БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов, Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире Аслан Абашидзе сығыш яһанылар.