9 декабрь, Йома

06 ноябрь 2014 йыл, 11:27

«Башҡорт Википедияһына — 10 йыл!» конкурсы башланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. «Башҡорт Википедияһына — 10 йыл!» Википедияның башҡорт телендәге бүлегенә мәҡәләләр яҙыу буйынса конкурс старт алды.

Башҡорт Википедияһында вики-марафон «Вики-Һабантуй 2015» тигән – Башҡорт Википедияһының ун йыллығына арналған, Рәсәй һәм элекке СССР халыҡтарының тел бүлектәрен үҫтереүгә, Википедияны һәм башҡа Викимедия проекттарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән – саралар комплексының тәүге ҙур сараһы булды.

Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, конкурстың маҡсаты – Википедияның статусын күтәреү һәм уның иң яҡшы традицияларын дауам итеү, яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү, иң яҡшы мәҡәләләр авторҙарын асыҡлау, Башҡорт Википедияһында мәҡәләләрҙең иҫәбен һәм сифатын арттырыу.

Конкурс 2014 йылдың 1 ноябренән алып 2015 йылдың 1 апреленә тиклем ике номинацияла: тәжрибәле ҡатнашыусылар һәм яңы башлап тороусылар араһында уҙғарыла. Мәҡәләләр марафонында башҡорт телен белгән һәр кем ҡатнаша ала.

Конкурсты ойоштороусылар яңы ҡатнашыусыларға ярҙам итергә вәғәҙәләй.

Ике номинацияла ла Башҡорт Википедияһының йәшенә ҡарап унышар бүләк отола.

Конкурстың шарттары менән ентекләберәк «Викимедиа РУ» сайтының махсус бүлегендә танышырға мөмкин.

2015 йылдың апрелендә Википедияның башҡорт телендәге бүлегенә 10 йыл тула. «Башҡортостан» тигән тәүге мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә яҙылған. Шул ваҡыттан алып 10 меңдән ашыу ирекмән 33 меңдән ашыу мәҡәлә яҙған, Башҡорт Википедияһына ярты миллион самаһы төҙәтмә индергән. Һуңғы айҙа баҫылған статистик мәғлүмәттәр буйынса, Википедияның башҡорт телендәге бүлеге мәҡәләләр һаны буйынса 287 тел бүлеге араһында 80-се урында, инеү буйынса 115-селә тора. Ағымдағы йылда Башҡорт Википедияһына көнөнә 25 мең самаһы уҡыусы инә.