10 декабрь, Шәмбе

06 ноябрь 2014 йыл, 10:43

Севастополдә «Рәсәй аллеяһы»нда ҡурай Башҡортостандың йәшел символы буласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 31 октябрҙә «Рәсәй аллеяһы» бөтә Рәсәй экологик–патриотик акцияһында тауыш биреү тамамланды. Дүрт ай дауамында илдең өлкә, край һәм республика халҡы Севастополь ҡалаһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә үҫкән ағастар һәм үҫемлектәр аллеяһы күрһәтеләсәк үҫемлекте һайланы. Төрлө тауыш биреү формаһында йәмғеһе 3,5 миллионға яҡын кеше тауыш бирҙе.

Тауыш биреү һөҙөмтәһендә һәр төбәк үҙенең традицион, үҙ тәбиғәте, тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйле булған үҫемлекте: ағас, ҡыуаҡ, үлән йәки сәскәне һайланы. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостан Республикаһының үҫемлек-символы тип ҡурай билдәләнде. Ул 26040 тауыш йыйҙы, йәғни 47 процент. Дүрт ай дауамында йүкә лә лидер булып килде, әммә һөҙөмтәлә был үҫемлек 40 процент тауыш йыя алды. Дәғүә итеүселәр исемлегендә шулай уҡ Салауат Юлаев сирене ҡыуағы, пирамидаль тирәк ағас­тары һәм мәтрүшкә булды.

Башҡортостандың күрше төбәктәрендә шулай уҡ йәшел символдар һайланды. Силәбе өлкәһендә тауыш биреүҙә ирга, Ырымбурҙа – Шренка тюльпаны, Пермдә гинкго беренсе булдылар. Татарстанда һәм Һамар өлкәһендә ваҡ япраҡлы йүкә һәм йөрәк рәүешендәге япраҡлы йүкә лидерлыҡ иттеләр.

Конкурс һөҙөмтәләре бөтә төбәктәрҙән мәғлүмәт йыйып бөткәндән һуң 10 ноябрҙә иғлан ителәсәк. Яҡынса тауыш биреү һөҙөмтәләре менән проект сайтында танышырға мөмкин.

Акцияны ойоштороусылар – РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы һәм «Тәбиғәт» Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға булышлыҡ итеү фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, «Рәсәй аллеяһы» акцияһын ойоштороу Бөйөк Ватан Һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә арналған саралар иҫәбенә инде. Үҫемлек-символдарҙы тантаналы рәүештә 2015 йылдың майында Севастополдең Еңеү Паркында ултыртыу күҙалланған. Ҡырым Республикаһының тәбиғи-мәҙәни паркы илдең бөтә 85 төбәгендә үҫкән үҫемлектәрҙе һәм ағастарҙы тәҡдим итәсәк. Рәсәйҙең бөтә климат ҡитғаларын сағылдырасаҡ үҙенсәлекле тәбиғи баҡса ойоштороу көтөлә.