10 декабрь, Шәмбе

06 ноябрь 2014 йыл, 9:31

Мәләүез үҙәгендә тракторға һәйкәл ҡуйҙылар

фото: Александр Яворский

ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Ауыл хужалығы һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә арнала» тигән яҙыу Мәләүездең Дан бульварында ҡуйылған һәйкәлгә нығытылған. Был постаментҡа данлыҡлы «Универсал-2» тракторы урынлаштырылған. Һәйкәлде асыу тантанаһы ҡалала Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан уҙҙы, тип хәбәр итте Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Елена Мазиева.

Һәйкәл асыуға арналған митингта район хакимиәте башлығы Малик Вәхитов, БР Ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Ревнер Бәйтуллин, предприятие етәкселәре, ветерандар һәм йәштәр ҡатнашты.

Йыйылғандар алдында сығыш яһап, Малик Вәхитов, районда ил, район, республика үҫешенә айырым өлөш индергән һәм индереүселәрҙе хөрмәт итергә тырышалар, тип билдәләне. Әммә нисектер шулай килеп сыҡты, тотош тыл һәм агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәренең батырлыҡтары мәңгеләштерелмәй ҡалды. Бөгөн ошо һәйкәлде ҡуйып хатаны төҙәттек. Был тылда Бөйөк Еңеү яулағандарға хөрмәт күрһәтеү.

Социалистик Хеҙмәт Геройы, район һәм ҡала Ветерандар советы рәйесе Сәлих Зәйнәғәбдинов һәйкәлде төҙөүҙә һәм трактор-геройҙы реставрациялауҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте. «Тыл хеҙмәтсәндәре Еңеү өсөн күп эшләне, бының хаҡта хәтерләү зарур, — тине Сәлих Насретдин улы. — Үҫешеүҙә ошондай уңыштарға өлгәшкән районда йәшәүемә ғорурланам. Бындай ерҙә насар эшләп булмай».

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Дмитрий Никифиров ҡасандыр был тракторҙа эшләүен, эш аттарынан уға күсеп ултырыуын хәтерләй. «Уның эш урыны — «Смычка» колхозы баҫыуҙары, — тимер юл станцияһы артында уҡ урынлашҡайны, — тип һөйләне ветеран. — Был трактор бөгөнгөләй бер ҡасан да матур булманы. Бындай һәйкәл өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт».

Артабан тантаналы шарттарҙа яңы һәйкәлдән япма алынды, ә был сарға йыйылыусылар һәйкәл алдына сәскәләр һалды.

темалар: хәтер, трактор