10 декабрь, Шәмбе

05 ноябрь 2014 йыл, 17:18

ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө: Өфө амфитеатрын «open air» уҙғарыу өсөн һаҡлаясаҡтар

фото: Олег Яровиков, ШОС һәм БРИКС өфис-төркөмө

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфө амфитеатры «open air» уҙғарыу өсөн һаҡланасаҡ. Хәҙер Конгресс-холл артындағы майҙанда төҙөкләндереү буйынса эштәр бара, тип хәбәр иттеләр «Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө»нән. 9000 мең квадрат метр майҙанда милли орнамент формаһында һигеҙ төҫтән торған тротуар плиткалары түшәләсәк.

Амфитеатр асыҡ һауала саралар уҙғарыу өсөн кәрәкле инженер коммуникациялары менән йыһазландырыла. 1 декабргә тиклем майҙансыҡты электр менән тәьмин итеү өсөн бер нисә километр кабель һалынасаҡ.

Өфө амфитеатры эргәһендә суйын ҡоймалар һәм 70 урам фонары ҡуйылған, гранит баҫҡыстар монтажланған, эко-плитка түшәлгән. 1700 майҙандағы автомобиль туҡталҡаһы тулыһынса асфальтланған.

«Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө»ндә аңлатыуҙарынса, киләһе йылдың июлендә, саммиттар үткәреү ваҡытында, Өфө амфитеатрында ете тирмәнән торған экспозиция ойоштороласаҡ. Уның барлыҡҡа килеү кәрәклеге халыҡ-ара сараларҙың форматы һәм регламенты менән бәйле. Федераль талаптарға ярашлы, саммиттарҙы ҡабул итеүсе төбәк, сәйәси ваҡиға ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары ҡарай алырлыҡ, үҙ күргәҙмәһенә эйә булырға тейеш. «Этно-ауыл» Башҡортостандың үҙенсәлекле визит карточкаһына әйләнәсәк, унда республика тормошоноң – мәҙәниәттән алып инновация технологияларына тиклем – бөтә өлкәләрен күрһәтеү күҙаллана. Халыҡ-ара форум эше тамамланғандан һуң, экспозиция бер нисә ай дауамында ҡала халҡы өсөн асыҡ буласаҡ.

Өфө амфитеатрында концерттар һәм башҡа ҡала сараларын уҙғарыу мөмкинлеге ярты йылдан һуң – 2015 йылдың яҙында барлыҡҡа киләсәк.

Өфө амфитеатры – Конгресс-холл артындағы майҙан, популяр киң мәҙәни-күмәк саралар уҙғарыу урыны. Был майҙансыҡта ике симфоник «open air» һәм асыҡ кино күрһәтеүҙәр ҙур уңыш менән үтте.