6 декабрь, Шишәмбе

05 ноябрь 2014 йыл, 16:35

Республиканың яҡташтар ойошмаһы Мәскәүҙә «Беҙ берҙәм» акцияһында ҡатнаштылар

фото: Гөлсәсәк Ханнанова

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алевтина Крылова/. Мәскәүҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы, 75 меңгә яҡын кешене йыйған, «Беҙ берҙәм» патриотик тантаналы йөрөш уҙҙы. Тәүге тапҡыр акцияла бер үк ваҡытта бөтә Рәсәй парламент партиялары лидерҙары ҡатнашты: Дәүләт Думаһы вице-спикеры, «Берҙәм Рәсәй» Генераль советы секретары Сергей Неверов, «Ғәҙел Рәсәй» партияһы рәйесе Сергей Миронов, ЛДПР һәм КПРФ  лидерҙары Владимир Жириновский һәм Геннадий Зюганов. Бынан тыш, тантаналы йөрөштә күп кенә Рәсәй төбәктәре, милли республика һәм баш ҡалала йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың яҡташтар ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты, шул иҫәптән Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһының 400-ҙән ашыу ағзаһы.

Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы тантаналы йөрөштә ҡатнашыусы милли республикалар вәкиллектәренең колоннаһында иң күп демонстранттар төркөмөнөң береһе булды. Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһының 200-ҙән ашыу ағзаһы, Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ Тверь урамы буйлап, ҡурайсы студенттарҙың музыкаль оҙатыуында, «Рәсәй төбәктәре менән көслө», «Беҙ берҙәм», «Путин — беҙҙең президентыбыҙ» тигән флагтар һәм лозунгтар менән атлап уҙҙы. Колоннала Өфө командалары – «Өфө» футбол клубы һәм «Салауат Юлаев» хоккейсылары көйәрмәндәре лә әҙ булманы. Тантаналы йөрөш милли көйҙәр – ҡурайсы студенттарҙың уйнауы һәм Мәскәүҙә ойошторолған «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле бейеүҙәре менән сағыу оҙатылды.