4 декабрь, Йәкшәмбе

05 ноябрь 2014 йыл, 15:47

«Ләйсән» халыҡ бейеүҙәр ансамбле Башҡортостандан Сочиҙа Бөтә Рәсәй халыҡ мәҙәниәте фестивалендә сығыш яһаны

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Сочиҙа Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында беренсе Бөтә Рәсәй халыҡ мәҙәниәте фестивале һәм күргәҙмәһе уҙҙы.

Фестивалдә Башҡортостандан республиканың алдынғы коллективтарының береһе – «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәр ансамбле сығыш яһаны. Ул былтыр «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был Учалы ҡалаһы һәм районының ярты быуат тарихҡа эйә булған алдынғы коллективтарының береһе. 1972 йылдан алып «Халыҡ ансамбле» исемен йөрөтә.

Фестиваль Рәсәйҙең бөтә төбәктәренең халыҡ мәҙәниәте йолаларын пропагандалаусы сағыу ваҡиғаға әйләнде, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығында. Тәүге тапҡыр бер майҙансыҡта РФ 85 субъектынан иң яҡшы халыҡ коллективтары йыйылды. Фестивалгә ике меңдән ашыу кеше – ижади делегациялар, һөнәрселәр һәм халыҡ кәсептәре оҫталары килде. Байрамда бөтә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың илдең гимнын башҡарыуы фестиваль асыу кульминацияһы булды. Күргәҙмәлә 80-дән ашыу павильон асылды, алты концерт майҙансығы эшләне.

Бөтә Рәсәй халыҡ мәҙәниәте фестивале һәм күргәҙмәһенең төп маҡсаттарының береһе – ил төбәктәренең бөтә халыҡ ижады йүнәлештәрен күрһәтеү, шулай уҡ мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара байыуына, этник-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең аһәңлегенә һәм Рәсәй халыҡтары араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға тәьҫир итеү.