9 декабрь, Йома

05 ноябрь 2014 йыл, 14:54

Өфөлә яңы фатирҙарға хаҡтарҙың түбәнәйеүе билдәләнгән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитиктары Өфөлә яңы төҙөлөүсе торлаҡ баҙарында хаҡтарҙың түбәнәйеүен теркәгән. Сентябрҙә Өфөнөң яңы төҙөлгән йорттарында квадрат метрҙың уртаса хаҡы 58,9 мең һум тәшкил итһә, ноябрь башына ул 56,1 меңгә тиклем төшкән. Беренсел баҙарҙа хәлде анализлау өсөн 656 фатир һайлап алынған.

«Эксперт» селтәре етәксеһе Елена Андреева аңлатыуынса, Өфөлә яңы йорттарға ихтыяж һуңғы бер нисә йылда тәүге тапҡыр кәмене, әммә хаҡтарҙың түбәнәйеүе күбеһенсә ихтыяждың кәмеүе менән түгел, ә төҙөлөштөң башланғыс стадияһында яңы проекттарҙың барлыҡҡа килеүе һәм төҙөүселәрҙең маркетинг акциялары менән бәйле.

Өфөләге яңы йорттарҙа иң ҡиммәт «квадраттар» – ҡала үҙәгендә: 72,5 мең һум. Артабан, «Эксперт» мәғлүмәттәре буйынса, Йәшел сауҡалыҡ (63,3 мең һум), Инорс (61,2), Октябрь проспекты (60,6), Сипайлово (57), Черниковка (54,5), Дим (51,3), Затон (44,8) килә. Иң күп тәҡдимдәр – Октябрь проспектында (яңы төҙөлөүсе йорттарҙа һатыуға ҡуйылған бөтә фатирҙарҙың 18,9 проценты) һәм ҡала үҙәгендә (18,3).

Ихтыяж менән күбеһенсә бер бүлмәле фатирҙар файҙалана. Уларҙың хаҡы сентябрҙән 2,5 процентҡа кәмегән. Ике бүлмәле фатирҙар ошо уҡ осорҙа 3 процентҡа, өс бүлмәлеләр 5 процентҡа осһоҙайған.