4 декабрь, Йәкшәмбе

05 ноябрь 2014 йыл, 14:25

Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы идаралығының ултырышы Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә уҙҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Мәскәүҙәге Рәсәй Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең конференция залында Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы идаралығының ултырышы үтте. Унда федераль дәүләт власы органдары һәм дөйөм Рәсәй Муниципаль берәмектәре конгресы вәкилдәре ҡатнашты, шул иҫәптән Ассоциация президенты Валерий Гаврилов, Дәүләт Думаһының Федератив ҡоролош һәм урындағы үҙидаралыҡ мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Виктор Кидяев, Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Николаева, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Владимир Страшко. Башҡортостандан форумда Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Тулы хоҡуҡлы вәкиллектә.

Һүҙ көрәштереүҙә ҡатнашыусылар урындағы үҙидаралыҡ реформаһының барашын, Рәсәй торлаҡ ҡануниәтенең торошон, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында 2015 йылдың октябрендә үткәрергә күҙҙалланған, «Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары өсөн инвестиция форумы»ның бәләкәй ҡалаларға вәғәҙә иткән перспективаларын тикшерҙе.

Һүҙ шулай уҡ илдә импортты алмаштырыусы производстволар ойоштороу йәки тергеҙеү барышында бәләкәй ҡалаларҙың роле тураһында барҙы. Атап әйткәндә, Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы вице-президенты, Мәскәү өлкәһенең Домодедово ҡалаһы башлығы Леонид Ковалевский илдәге аҙыҡ-түлек баҙарының хәлен һәм импортты алмаштырыу кәрәклеге менән бәйле шарттарҙа торған бурыстарҙы анализланы. Ыңғай миҫал сифатында Башҡортостанда аҙыҡ-түлек баҙарын үҫтереү тәжрибәһен, илебеҙ етештереүселәренең продукцияһын алға этәреүҙә йәрминкәләрҙең һәм күргәҙмәләрҙең ролен, ҡала һәм ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү практикаһын килтерҙе.