8 декабрь, Кесе йома

05 ноябрь 2014 йыл, 12:23

Башҡортостан һәм Ҡытай төбәктәре ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы

фото: БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Ҡытайҙың Цзянси провинцияһында «Башҡортостан Республикаһы бизнесы көндәре» асылды. Наньчан, Гунцинчэн һәм Чунцин ҡалалары уларҙы үткәреү урындары булды.  Башҡортостан делегацияһы составында Хөкүмәт ағзалары һәм 40-тан ашыу бәләкәй һәм урта бизнес вәкиле. Цзянси провинцияһы менән хеҙмәттәшлек быйыл майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре барышында башланғайны.

— Башҡортостан предприятиелары Ҡытай компаниялары менән ауыл хужалығы, текстиль сәнәғәте һәм металлургия өлкәһендә әүҙем хеҙмәттәшлек итә алыр тигән ышаныстабыҙ. Халыҡтарыбыҙҙың йәшәү кимәлен арттырыу өсөн яңы йәнәш булған нөктәләрҙе табырға кәрәк. Гуманитар хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим, атап әйткәндә, студенттар менән алмашыуҙы ойоштороу. Был мотлаҡ рәүештә ике яҡ өсөн дә ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, — тине сәләмләү телмәрендә Цзянси провинцияһы губернаторының беренсе урынбаҫары Мо Цзяньчэн.

— Нефть һәм газ тармағындағы мөһим ҡарарҙар Ҡытай менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәргә яңы этәргес бирҙе. Хәҙер илебеҙ төбәктәренә лә Ҡытай провинциялары менән сауҙа әйләнешен үҫтерергә кәрәк, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов.

Башҡортостандың инвесторҙар өсөн асыҡ сәйәсәт күрһәтеүе билдәләнде.

— Тулайым төбәк продуктының үҫеше һигеҙ процент тәшкил итә. Дөйөм инвестициялар күләме һигеҙ миллиард долларға етте. Сит илдәрҙең капитал һалыу өлөшө 400 миллион доллар тәшкил итте, — тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин. Ул шулай уҡ Ҡытай менән хеҙмәттәшлек өсөн иң ҡулай йүнәлештәрҙе атаны: сығарыу сәнәғәте, нефть химияһы, үҫемлекселек продукцияһын тәрән эшкәртеү һәм инфраструктураны үҫтереү.

Рөстәм Мәрҙәновтың Ҡытай Партия комитетының Цзянси провинцияһы комитеты Секретары Цян Вэйем менән осрашыуы сиктәрендә һүҙ шулай уҡ яҡтарҙың мөмкин булған хеҙмәттәшлек тармаҡтары тураһында барҙы.

Цян Вэйем белдереүенсә, Ҡытайҙың эш даирәһе 2015 йылда Өфөлә Ҡытайҙың Сауҙа аҙнаһын уҙғарыу өсөн Башҡортостанға яуап сәфәрен әҙерләй.

— Ябай булмаған тышҡы сәйәси хәл Рәсәй һәм Ҡытай араһында –  уның һөҙөмтәһендә Цзянси һәм Башҡортостан араһында – мөнәсәбәттәрҙе артабан нығытырға мөмкинлек биреүе бар, — тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов.

Башҡортостан делегацияһы Цзянсиның юғары технологик зоналары предприятиеларында булды. Был зонаның майҙаны 230 квадрат километрҙан ашыу. Районда 2600-ҙән ашыу предприятие, уларҙың һәр унынсыһы сит ил капиталы менән.

Бынан тыш хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлдө. Башҡортостан Хөкүмәте менән Цзянси провинцияһының Халыҡ хөкүмәте араһында дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу, Өфө хакимиәте менән Наньчан ҡалаһының халыҡ хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү ниәте тураһындағы протоколдарға ҡул ҡуйылды. Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте менән «Zhong ge trading group» предприятиеһы араһында, Башҡортостан Хөкүмәте, «Ишсталь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Цяо Лян» ауыр сәнәғәттең проект институты» компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәр төҙөлдө.

Шулай уҡ бер нисә шәхси килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шуларҙың береһе Ҡытайҙы бал менән тәьмин итеүгә ҡағыла. 4 ноябрҙә Гунцинчэн ҡалаһында башҡорт балы һатылған тәүге магазин асылды. Татлы аҙыҡтың тәүге тоннаһы Ҡытай магазиндары кәштәләренә ҡуйылған да инде, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтендә.