8 декабрь, Кесе йома

05 ноябрь 2014 йыл, 11:18

РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец һәм БР Президенты Рөстәм Хәмитов кәңәшмә уҙғарҙылар

фото: Хәлит Сафин, Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Республика Йортонда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кәңәшмә уҙғарҙылар, унда республиканың социаль-гуманитар үҫеше мәсьәләләре тикшерелде. Кәңәшмәлә БР Хөкүмәте ағзалары, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов Ольга Голодецҡа сәфәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Булған объекттарыбыҙҙы һәм нимә өҫтөндә эш алып барғаныбыҙҙы күрһәттек. Тиҙ һәм һөҙөмтәле хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе тикшерҙек, — тип билдәләне республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов төбәктәге социаль сәйәсәт мәсьәләләренә ентекләберәк туҡталды.

— Социаль блок эшенә яуаплы ҡарайбыҙ. Бөтә республика менән был блокта кәмендә насар булмаһын тип тырышабыҙ, — тине төбәк етәксеһе. — Был бик ҡатмарлы, көсөргәнешле, ауыр эш. Беҙ бының барыһын да аңлайбыҙ, әммә бер үк ваҡытта һөҙөмтәләрҙең булыуын да талап итәбеҙ.

Башҡортостан Президенты өлгәшелгән һөҙөмтәләр тураһында һөйләне.

— Социаль өлкәне артабан яҡшыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Был беҙгә ҡатмарлы бирелә. Сөнки бөгөн бюджетыбыҙҙың 70 проценттан ашыуы социаль өлкәләге сығымдарға йүнәлтелгән. Һәм тик 25 процентҡа яҡыны ғына үҫешкә ҡала. Хатта бындай хәлдә лә һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, хеҙмәткә, социаль өлкәгә, мәҙәниәткә сығымдарҙы арттырасаҡбыҙ. Йүнәлеште үҙгәртергә уйламайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры, «бөгөн күргән нәмәләр – ул яҡшы, тотороҡло эш миҫалы. Бер көндә генә эшләнмәгәне күренеп тора.  Күп кенә ҡала райондары буйлап уҙҙыҡ һәм бөтә нәмәнең дә тотороҡло эшләүен күрҙек», тип билдәләне.

Кәңәшмәлә социаль өлкәләге эштең өҫтөнлөктәре тикшерелде. Тулыһынса тексты Башҡортостан Президентының рәсми сайтында уҡырға мөмкин.