9 декабрь, Йома

05 ноябрь 2014 йыл, 10:26

Ольга Голодец баш ҡаланың социаль һәм сәнәғәт объекттарын баһаланы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанға эш сәфәре сиктәрендә РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец Өфөнөң бер нисә социаль объекттарында булды, шул иҫәптән, сентябрҙә Сипайлово биҫтәһендә асылған, 78-се балалар баҡсаһында. Ике йәштән алып ете йәшкә тиклемге 190 балаға иҫәпләнгән, өс ҡатлы бина төбәк мәктәпкәсә белем биреү системаһын модернизациялау сиктәрендә төҙөлгән. Вице-премьер, балалар өсөн булдырылған шарттарҙы юғары баһалап, бәләкәй тәрбиәләнеүселәр менән аралашты.

Артабан вице-премьер Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһен ҡараны. Ольга Голодец, «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты бергәләп ойошторған, «Авиация технологияларының техник паркы» эше менән танышты.

Уртаҡ проекттың төп маҡсаттарының береһе – инновация проекттарын ғәмәлгә индереү өсөн белгестәр әҙерләү. Уҡытыу үҙәгенән тыш, техник паркта тәжрибә-сәнәғәт участкалары бар, унда яңы технологиялар индереү стадияһына тиклем еткерелә.

Ольга Голодец авиация двигателдәрен йыйыу цехын ҡараны. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе сығарған авиация двигателдәре менән «МиГ» һәм «Су» кеүек хәрби ҡулланыу өсөн төп самолеттар йыһазландырыла. Йыл һайын предприятие 100-ләгән двигатель сығара. Уларҙы 22 мең хеҙмәткәр эшләй.

Шулай уҡ вице-премьер авиация двигателдәрен һынау цехында булды.