6 декабрь, Шишәмбе

05 ноябрь 2014 йыл, 9:52

Өфөлә «Әсә һәм бала» клиник госпитале асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Йома, 31 октябрҙә, тантаналы рәүештә яңы заманса «Әсә һәм бала» клиник госпитале асылды. Ҡунаҡтар иҫәбендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Әсә һәм бала» компаниялар төркөмөнөң Директорҙар советы рәйесе Марк Курцер, илебеҙҙең акушер-гинекологтар мәктәбенә нигеҙ һалыусы Галина Савельева булдылар.

Госпиталгә нигеҙ ташы йыл ярым элек һалына. Учреждениены илдең иң эре медицина холдингы – «Әсә һәм бала» компаниялар төркөмө төҙөнө. Төп инвесторы – Рәсәй туранан-тура инвестициялар фонды. 4,5 миллиард һум аҡса һалынған. Әлеге ваҡытта «Әсә һәм бала» холдингының федераль селтәренә 22 медицина учреждениеһы инә: өс дауахана Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә һәм Новосибирскиҙа, шулай уҡ 10 амбулатор клиника РФ төбәктәрендә, республикала (2009 йылдан алып).

Яңы медицина учреждениеһында 800-гә яҡын кеше эшләйәсәк. Өфө һәм республика халҡынан тыш, медицина хеҙмәттәре менән күрше төбәктәр ҙә файҙалана аласаҡ. Госпиталь Урман тыҡрығы, 4 адресы буйынса урынлашҡан.