8 декабрь, Кесе йома

05 ноябрь 2014 йыл, 9:11

Владимир Путин Рөстәм Хәмитовты Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе. Дәүләт башлығының ҡотлауында былай тиелә:

«Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым.

Ватандың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына халыҡтарҙың берләшеүе, бөйөк, ижади маҡсаттар тирәләй тупланыуы йәһәтенән Рәсәй һәр саҡ көслө булды. Тыуған илгә һөйөү, милли тарихҡа, атай-олатайҙарҙың хәрби ҡаһарманлығына, хеҙмәт ҡаҙаныштарына ихтирам кеүек мәңгелек ҡиммәттәр быуаттан-быуатҡа, быуындан-быуынға тапшырыла килә. Бындай күсәгилешлелек дәүләтселегебеҙҙең ныҡлы таянысын тәшкил итә, ил алдында торған мөһим, әһәмиәтле бурыстарҙы үтәүҙә уңышҡа өлгәшергә булышлыҡ итә».

Дәүләт башлығы Башҡортостан Президентына билдәләнгән ниәттәрҙең тормошҡа ашыуын һәм иң изге теләктәр теләне.