3 декабрь, Шәмбе

31 октябрь 2014 йыл, 16:58

Ольга Голодец Республика клиник дауаханаһындағы бала табыу йортоның эше менән танышты

фото: Хәлит Сафин

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодецтың эш сәфәре дауам итә. Вице-премьер һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, 2013 йылдың 1 июнендә асылған, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология корпусында булдылар. «Корпус 120 урынға иҫәпләнгән. 16 мең квадрат метр майҙанда ҡабул итеү, сабыйҙар патологияһы, бала табыуға әҙерлек бүлексәләре, ультратауыш диагностикаһы һәм дауалау бүлмәләре, неонаталь һәм операция блоктары, экспресс-лаборатория урынлашҡан. Был бала табыу йортон төҙөүгә республика бюджеты бер миллиард ярым һум аҡса бүлде», — тип һөйләне Республика клиник дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев.

Клиника етәксеһе ҡунаҡтарҙың иғтибарын вестибюлдә ҡуйылған мониторҙарға йүнәлтте: «Әсәне һәм баланы сығарыуға әҙерләгән бүлмәлә камералар тора. Уларҙың сығыуҙарын көткән туғандары был процесты күҙәтә ала», — тип аңлатты ул. Вице-премьер йөклөләргә һәм бала тапҡандарға инеү рөхсәте менән ҡыҙыҡһынды. «Хатта реанимацияға индерәбеҙ, тик ҡабул итеү сәғәттәрендә», — тип асыҡланы клиниканың баш табибы.

Ольга Голодец бала табыуға әҙерлек бүлегендә булды, бер һәм ике урынлыҡ палаталарҙың уңайлыҡтарын баһаланы. Шулай уҡ операция, реанимация һәм диагностика бүлексәләрендә булды, унда клиниканың иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуына инанды. Вице-премьер интенсив терапия бүлектәре менән неонаталь блокты ҡараны, әлеге ваҡытта унда бик бәләкәй тән ауырлығы менән тыуған сабыйҙарҙы ҡарайҙар. Бала табыу йортонда иң «еңел» бала 790 грамм ауырлыҡта тыуған.

Хирургтарҙың береһе менән әңгәмәлә Ольга Голодец ошо дауалау учреждениеһында эш хаҡы кимәле менән ҡыҙыҡһынды. Табип операция эшләүсе хирургтарҙың яҡынса 42 мең самаһы алғандарын әйтте.

Дауаханала тыуған балаларҙың иҫәбе тураһында вице-премьерҙың һорауына яуап биреп, Ринат Нагаев, йыл башынан алып Республика клиник дауаханаһында 1863 бала тыуҙы, былтыр улар ике мең самаһы ине, тип хәбәр итте.

Республиканың төп дауаханаһын реконструкциялау һәм киңәйтеү перспективалары тураһында һөйләгәндә, Ринат Нагаев поликлиника һәм аҙыҡ-түлек блогы өсөн яңы бина төҙөү, шулай уҡ хеҙмәт автомобилдәре өсөн туҡталҡа эшләү пландары менән уртаҡлашты.