11 декабрь, Йәкшәмбе

31 октябрь 2014 йыл, 17:28

Парламентарийҙар тәүге уҡыуҙа 2015-2017 йылдарға Башҡортостан бюджетын ҡабул итте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2015-2017 йылдарға Башҡортостан бюджетының проекты 30 октябрҙә республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, 2015 йылда республика бюджетының дефициты 14 миллиард һум кимәлендә күҙаллана, 2016 йылда — 11 млрд һум, 2017-лә — 10 млрд һум.

2015 йылда килем 114,9 миллиард һум күләмендә буласаҡ тип күҙаллана, 2016-ла — 122,4 млрд һум, 2017-лә — 119 млрд һум. Сығымдарҙың 2015 йылда 128,9 миллиард һум, 2016-ла — 133,4 млрд һум, 2017-лә 129 миллиард һум булыуы күҙаллана.

Бюджет дефицитын ҡаплау сығанағы сифатында республиканың резерв фонды саралары, дәүләт акциялар пакетын һатыуҙан ингән аҡсалар, республика бюджетынан артып ҡалған саралар, бюджет кредиттарын ҡайтарыу, шулай уҡ банк кредиттары һәм облигациялары билдәләнгән.

Дәүләт бурысының күләме 2016 йылға һәм унан һуң 29 млрд һум сигендә көтөлә. Республиканың финанс министры Рида Собханғолованың әйтеүе буйынса, бурыс кимәле халыҡ-ара һәм Рәсәй үлсәме буйынса түбән ҡаласаҡ: бурыс йөкләмәләре бюджеттың һалым һәм һалым булмаған табышынан 30 проценттан артмаясаҡ.

— Алдағы өс йылда бюджет сәйәсәтенең төп маҡсаты бюджеттың баланслы булыуын һәм ҡабул ителгән йөкләмәләрҙең һис шикһеҙ үтәлешен тәьмин итеү буласаҡ, — тине Рида Собханғолова.