4 декабрь, Йәкшәмбе

31 октябрь 2014 йыл, 15:40

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышында даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттарҙың һаны кәмене

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышында профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттарҙың һаны 22-нән 21-гә кәмене. «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында»ғы БР законының 1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы тейешле закон проектын республика парламентарийҙары һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте.

— Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе, депутаттарҙың һанын үҙгәртеү Дәүләт Йыйылышының эшләү практикаһы менән бәйле һәм республиканың бюджет сараларын тотоноуҙы оптимилләштереүгә йүнәлтелгән, — тип аңлатты БР Дәүләт Йыйылышының Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Виктор Пчелинцев.

Әлеге ваҡытта республика парламентында даими нигеҙҙә Дәүләт Йыйылышы рәйесе һәм уның урынбаҫарҙары, шулай уҡ комитет етәкселәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары эшләй. Депутаттар һанының кәмеүе Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтовтың Дәүләт Думаһына депутат мандатын алыу менән бәйле.