9 декабрь, Йома

31 октябрь 2014 йыл, 14:54

Ольга Голодец М.Нестерев исемендәге Башҡорт художество музейының коллекцияһын Рәсәйҙә иң сағыуы тип атаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының яңы бинаһын рәсми рәүештә астылар. Республиканың төп художество музейын асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Улар музейҙың фонд һаҡлағысы менән танышты, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова музей һәм «Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәте» тигән ҙур күргәҙмә буйлап экскурсия уҙғарҙы. Унда музей коллекцияһында һаҡланған эштәрҙең ретроспективаһы тәҡдим ителгән. 13-сө балалар музыка мәктәбе уҡыусылары – республиканың йыйылма балалар хорында ҡатнашыусылар ҡунаҡтарға үҙҙәренең сығыштарын бүләк итте. Сарала музей директоры, республика рәссамдары ҡатнашты.

— Өфөлә һеҙҙең менән бергә булыуыма һәм бындай иҫ киткес байрамда ҡатнашыуыма бик шатмын. Музейҙың коллекцияһына хайран ҡалдым, ул Рәсәй Федерацияһында иң сағыу коллекцияларҙың береһе. Был коллекцияның лайыҡлы йортҡа эйә булыуы бик яҡшы. Ошо йорт уҡыусыларға ла, ҡала халҡына ла ҡыҙыҡлы булыр һәм уға йөрөрҙәр, ә музей хеҙмәткәрҙәре уны өфөләргә һәм Башҡортостан ҡунаҡтарына оҡшаһын өсөн барыһын да эшләр тип уйлайым, — тине Ольга Голодец.

— Был күргәҙмә майҙансыҡтары, рәссамдарҙың һәм скульпторҙарҙың эштәре менән бәйле бөтә хужалығыбыҙҙы тәртипкә килтереү буйынса ҙур эшебеҙҙең башы ғына. Алда тағы ла яңы объекттар, яңы асыштар буласаҡ. Төҙөүселәргә, был идеяны ғәмәлгә ашырған кешеләргә айырым рәхмәт әйтәм. Беҙҙең барыһы ла килеп сыҡты, — тине Рөстәм Хәмитов.

Ольга Голодецҡа Михаил Нестеровтың 150 йыллығына баҫылған уның эштәренең каталогы, юбилей миҙалы тапшырылды. РФ Хөкүмәте вице-премьеры музейҙың иҫтәлек китабында тәүге баһаламаны яҙып ҡалдырҙы.

М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы яңы бинаһының дөйөм майҙаны 4,5 мең квадрат метр самаһы тәшкил итә. Бинаның икенсе ҡатын экспозиция майҙандары биләйәсәк – улар 200-ҙән 500 квадрат метрға тиклем артасаҡ. Өсөнсө һәм дүртенсе ҡаттарҙа һаҡланғыс урынлашҡан, уның күләме ике ярым тапҡырға артҡан. Яңыртылған музей залдарында мобиль күргәҙмә конструкциялары ҡуйылған, ул музей хеҙмәткәрҙәренә эксперименттар яһарға мөмкинлек бирәсәк.