8 декабрь, Кесе йома

31 октябрь 2014 йыл, 12:59

Хәйҙәр Вәлиевҡа Рәсәй Оборона министрлығының «Ҡырымды ҡайтарған өсөн» миҙалы тапшырылды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев РФ Оборона министрлығының «Ҡырымды ҡайтарған өсөн» миҙалы менән наградланды. Бүләкләү тантанаһы кесе йома, 30 октябрҙә, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре ҡатнашлығында бөтә Рәсәй кәңәшмәһе сиктәрендә уҙҙы.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре Ҡырымдың Белогорск районына һайлауҙарҙы ойоштороуҙа практик ярҙам күрһәтеү өсөн бер нисә мәртәбә барҙы. Белогорск хеҙмәттәштәре республика вәкилдәренә Ҡырымдың Дәүләт Советына һәм Белогорск районы территорияһында муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауҙы ойоштороуҙа күрһәтелгән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.

Белешмә. «Ҡырымды ҡайтарған өсөн» миҙалы – Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының ведомство наградаһы. 2014 йылдың мартында ойошторолған.