6 декабрь, Шишәмбе

31 октябрь 2014 йыл, 12:27

Ольга Голодец эш сәфәре менән Башҡортостанға килде

фото: Хәлит Сафин

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ил Хөкүмәтендә социаль мәсьәләләргә яуаплы булған, вице-премьер Ольга Голодец эш сәфәре менән Өфөгә килде. Аэропортта уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Үҙенең сәфәре сиктәрендә Ольга Голодец «Әсә һәм бала» клиникалар селтәренең перинаталь үҙәген асыуҙа ҡатнашасаҡ. Яңы клиникала бала табыу йорто, хирургия, консультация-диагностика һәм балалар һаулығы үҙәктәре урынлашҡан. Бында иң заманса алымдар, шул иҫәптән «ЭКО» файҙаланыласаҡ.

Шулай уҡ вице-премьер баш ҡаланың бер нисә белем биреү, медицина һәм мәҙәниәт учреждениеһында: 39-сы гимназияла, Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология корпусында, Нестерев исемендәге Башҡорт художество музейының яңы бинаһында, 78-се балалар баҡсаһында буласаҡ.