11 декабрь, Йәкшәмбе

31 октябрь 2014 йыл, 10:49

«Башнефть» суд бәхәсен тиҙерәк хәл итеүҙә ҡыҙыҡһыныуы тураһында белдерҙе

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Башнефть» суд бәхәсен тиҙерәк хәл итеүҙә ҡыҙыҡһыныуы тураһында белдерҙе, ул «компанияның контрагенттар менән мөнәсәбәттәрендә негатив сағылыуы ихтимал», тиелә, 30 октябрҙә Мәскәү Арбитраж судының ултырышы тамамланғас таралған, нефть компанияһы белдереүендә. Суд РФ Генераль Прокуратураһының «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы һәм «Система-инвест» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең акцияларын Рәсәй Федерацияһы файҙаһына һоратып алыу тураһындағы дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе.

Суд ҡарарына бер ай эсендә яла бирелеүе мөмкин.

«Башнефт»тең менеджменты Компанияның өҙлөкһөҙ операция эшмәкәрлеген һәм дәүләт, акционерҙары, уҙаҡташтары, хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ҡыҙыҡһынған яҡтар алдында уның йөкләмәләрен тулы үтәлеүен тәьмин итеү буйынса кәрәкле тырышлыҡ һалыуын дауам итә», — тиелә белдереүҙә.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте – вертикаль интеграцияланған нефть компанияһы, эшмәкәрлеген Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгендә һәм сит илдәрҙә алып бара. 2013 йыл һөҙөмтәһе буйынса Рәсәйҙә нефть сығарыу күләме (16,1 миллион тонна) буйынса алтынсы урынды һәм уның беренсел эшкәртеү күләме (21,4 миллион тонна) буйынса дүртенсе урынды биләй. Компанияның төп акционеры – «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

темалар: Башнефть, суд