9 декабрь, Йома

31 октябрь 2014 йыл, 9:57

Константин Толкачев: «Алдыбыҙға эшләүсе кешенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау бурысы ҡуйылды»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. «Алдыбыҙға эшләүсе кешенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау бурысы ҡуйылды», — тип Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий бирҙе БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

— Мөрәжәғәтнамәлә дәүләт сәйәсәтенең төп өҫтөнлөктәре билдәләнгән – хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау. Эшләүсе халыҡ, бөтә үҙгәртеп ҡороуҙарҙың төп этәргес көсө була тороп, республиканың үҫешен, уның хәҙергеһен һәм киләсәген билдәләй, тип әйтеп китте Президент, — тине Константин Толкачев. — Хеҙмәт кешеләренең мәнфәғәттәре дәүләт бурыстарынан ситтә булырға тейеш түгел. Шунлыҡтан алдыбыҙға эшләүсе кешенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау бурысы ҡуйылды. Был кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу кәрәклеге тураһында күп һөйләнелгән сәйәси һүҙбәйләнеш түгел, ә бөтә дәүләт һәм муниципаль власть органдары системаһының, граждандар йәмғиәте институттарының аныҡ эшмәкәрлек йүнәлештәре.

Республика парламенты спикеры, Дәүләт Йыйылышы ҡабул иткән республика закондары һәм уларҙың үтәлешен контролдә тотоу депутаттар һәм власть органдары алдына ҡуйылған бөтә бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтеләсәк, тип билдәләне.

— Хеҙмәт кешеләренең йәшәү сифаты яҡшырһын, республика мәнфәғәтенә эшләүселәр уны үҙенең көндәлек тормошонда тойһон өсөн беҙгә күп нәмә эшләргә кәрәк. Нәҡ ошо бөтә кимәлдәге властың эш сифаты күрһәткесе булырға тейеш, ә маҡроиҡтисади күрһәткестәр генә түгел.