3 декабрь, Шәмбе

30 октябрь 2014 йыл, 17:57

Рөстәм Хәмитов: «Аҡыллы ысынбарлыҡ» үҫешендә фән айырым ролде башҡарырға тейеш»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Президенты, БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһап, хеҙмәт баҙараның сифатлы үҙгәреүен, һанлы технологияларҙың килеүе менән яңы мәшғүллек формаларын, глобаль һан инфраструктураһын булдырыуҙы, көнүҙәк йүнәлештәрҙең береһе булараҡ интеллектуаль хеҙмәтте автоматлаштырыуҙы билдәләне.

— Бындай «аҡыллы ысынбарлыҡтың» үҫешендә фән айырым ролде башҡарырға тейеш. Һуңғы тиҫтәләгән йылдарҙа системалы эшмәкәрлек булмағанлыҡтан, ысын интеллектуаль һәм етештереү көсө булараҡ, ул күп нәмәлә үҙ позицияһын юғалтты, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. — Республикала фәнде үҫтереү стратегияһы, ғилми-техник сәйәсәт менән берҙәм идара итеү системаһы юҡ. Ғалимдар, производствола эшләүселәр һәм бизнес араһында ла һөҙөмтәле диалог юҡ.

Төбәк етәксеһенең фекере буйынса, ул ғилми ойошмаларҙың көсһөҙләнеү һәм производствоның фәндән ситләшеү һөҙөмтәһе булып тора.

— Ғалимдар йылдар буйына үҙҙәренең эштәрен практикаға индерә алмай. Предприятиеларҙа тикшеренеү үҙәктәре, лабораториялар, эксперимент оҫтаханалары ҡалманы тиерлек. Бөгөн ғилми-ғәмәли конференцияларҙа производствола эшләүселәрҙе һирәк осратырға мөмкин. Ғилми эште финанслау кәметелгән, – тине республика башлығы.

Республикала ғилми-тикшеренеү эшенә сығымдар күләме тулайым төбәк продуктынан 0,5-0,6 процент тәшкил итә, ул бик әҙ. Модернизация әкрен бара. Предприятиелар иҫке, йәки импорт технологияларҙы һәм ҡорамалдарҙы ҡулланып шунда уҡ килем алыуға маҡсат ҡуйған.

— Инновацияларҙы индереү һәм импортты алмаштырыу дәүләт кимәлендәге бурысҡа әйләнгәс, һеҙҙең бер-берегеҙгә ҡаршы хәрәкәт итеүегеҙҙән, сәнәғәттең илебеҙҙең ғилми эштәренә иғтибар итеүҙән, үҙ ғилми продукцияларҙы сығарыуға күсеүҙән иҡтисатыбыҙҙың көнәркәшлеккә һәләтлеген күтәрә аласаҡбыҙ, – тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов ғалимдарға һәм производствола эшләүселәргә.