8 декабрь, Кесе йома

30 октябрь 2014 йыл, 17:16

Бер ветеран да иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел — Башҡортостан Президенты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Президенты, БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһап, алдағы йылда билдәләнәсәк мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, тип айырып әйтте.

— Был изге датаны байрам итеүгә лайыҡлы әҙерләнергә, совет халҡының хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын хөрмәтләп иҫкә алырға кәрәк. Бер ветеран да иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында хәстәрлек күреү, фронтта һәм тылда иҫ киткес батырлыҡтары хаҡында хәтерләү – беҙҙең изге бурысыбыҙ, — тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов.