Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Властың бурысы — эшләүсе кешенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

— Республика кешеләре, эшсәндәре — беҙҙең иң мөһим стратегик ресурс һәм етәкселек иғтибарының төп объекты, — тип айырып әйтте Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика парламенты депутаттары алдында сығыш яһап.

Рөстәм Хәмитов эшләүсе халыҡтың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, хеҙмәт темаһын бөгөнгө Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе өсөн төп тема сифатында һайлаған.

— Властың бурысы — ғәҙел эш хаҡын түләү, һаулыҡты нығытыу, квалификацияны күтәреү, лайыҡлы тормош кимәле һәм сифаты менән тәьмин итеү өлөшөндә эшләүсе кешенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, — тип эштең артабанғы йүнәлешен билдәләне Башҡортостан Президенты. — Бөтә власть, бизнес, йәмәғәт ойошмалары тармаҡтарының һәм кимәлдәренең үҙ-ара тығыҙ эш итеүе талап ителә. Иҡтисади хәл ҡатмарлы, ҡайһы бер сит илдәр менән мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуы төшөнкө кәйеф өсөн сәбәп булып торорға тейеш түгел. Ошо яңы ысынбарлыҡты тағы ла әүҙем эшмәкәрлек өсөн дәртләндереү сараһы, эске резервтарҙы асыҡлау һәм ҡулланыу өсөн мөмкинлек итеп ҡабул итергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть