8 декабрь, Кесе йома

30 октябрь 2014 йыл, 14:53

Һуңғы дүрт йылда эшһеҙҙәр һаны Башҡортостанда 40 процентҡа кәмегән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһап, һуңғы йылдарҙа республикала эшһеҙлек кимәленең кәмеүен билдәләне.

— 2010 йылда эшкә тотоноп, республиканың яңы Хөкүмәте күп кенә социаль проблемаларға юлыҡты. Беренсе планға бөтәһе өсөн ябай һәм асыҡ өҫтөнлөктәр сыҡты: эш, эш хаҡы, торлаҡ. Бөгөн был йүнәлештәр буйынса ыңғай һөҙөмтәләр бар тип әйтергә мөмкин, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Һуңғы дүрт йылда эшһеҙҙәр һаны Башҡортостанда 40 процентҡа кәмене. Ул күбеһенсә, 50 меңгә яҡын яңы эш урыны биргән (өҫтәүенә уларҙың 70 проценттан ашыуы – ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа), инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡты.

Республика етәксеһе, эш хаҡы 1,4 тапҡырға тиерлек үҫте, шул иҫәптән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең – 1,7 тапҡырға, тип айырып әйтте. Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре хәтһеҙ артҡан. Дүрт йылда 10 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

— Йыл һайын социаль өлкәлә финанс сығымдар күбәйә. Республика был маҡсаттарға тупланған бюджеттың 70 проценттан күберәген йүнәлтә. 2010 йыл менән сағыштырмаса, мәғарифҡа, һаулыҡҡа, мәҙәниәткә, мохтаждарға ярҙам итеүгә, спортҡа, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә һалынған саралар күләме бер ярым тапҡырҙан ашыуға артҡан һәм быйыл 130 миллиард һумдан уҙған, — тип билдәләне төбәк башлығы.