Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

25 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Демографик күрһәткестәр макроиҡтисади индикаторҙарға ҡарағанда, күберәк йәмәғәт үҫешенең кимәле хаҡында һөйләй – Рөстәм Хәмитов

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышына үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә төбәктә демографик хәлдең яҡшырыуын билдәләне.

— Һуңғы йылдарҙа республикала демографик хәл яҡшыра: тыуым арта, үлем осраҡтары кәмей. Халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелә, ғүмер оҙонлоғо арта. Демографик күрһәткестәр ҡайһы ваҡыт макроиҡтисади индикаторҙарға ҡарағанда, күберәк йәмәғәт үҫешенең кимәле хаҡында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. Республика етәксеһенең әйтеүе буйынса, бер ил халҡының үҫешенә төрлө факторҙар йоғонто яһай, уларҙың араһында иң мөһимдәре – медицина хеҙмәтләндереүе, сифатлы торлаҡ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгәнлек, социаль яҡлауҙы ойоштороу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, социаль оптимизм.

— Республика Хөкүмәте ошо бөтә йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эш алып бара, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть