10 декабрь, Шәмбе

30 октябрь 2014 йыл, 13:26

Башҡортостан Президенты БР Хөкүмәтенә төбәктең тармаҡ-ара балансын әҙерләргә ҡушты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышына үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә республика Хөкүмәтенең социаль һәм иҡтисади блоктарына ғилми ойошмалар ҡатнашлығында киләсәккә бөтә эре белгестәр буйынса төбәктең тармаҡ-ара балансын һәм перспективалы ихтыяж прогнозын әҙерләргә ҡушты.

— Прогноздар буйынса, алдағы йылдарҙа республикала эшкә яраҡлы йәштәге халыҡ һаны кәмейәсәк, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Бынан сығып кеше ресурстары менән идара итеү буйынса эштәрҙе уйлап планлаштырырға кәрәк.

Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса прогноз яңы предприятиелар асыуҙы, файҙаһыҙ производстволарҙың бер өлөшөн ябыуҙы, инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы, шулай уҡ демографик хәлдең үҙгәрешен иҫәпкә алып төҙөлөргә тейеш.

Мөрәжәғәтнамәнең тулы тексы Башҡортостан Президентының рәсми сайтында баҫылған.