Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Республика парламентына үҙенең бишенсе мөрәжәғәтендә Рөстәм Хәмитов алдағы йылдарға һәм алыҫ перспективаға Башҡортостан үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләне. Рөстәм Хәмитов тәүге тапҡыр Мөрәжәғәтнамә менән 2011 йылдың 15 мартында сығыш яһай.

Кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, илдең иҡтисади һәм социаль үҫешендә лидерҙарҙың береһе булған Башҡортостандың артабанғы үҫеше – бөтә республика Президенты мөрәжәғәттәренең төп фекере булды һәм шулай булып ҡала.

Сығышын башлап төбәк башлығы, республиканың ҡаҙанышы – ул бер нисә быуын хеҙмәткәрҙәренең тырышлыҡ һөҙөмтәһе, тип билдәләне.

— Эш кешеләре – иҡтисадтың төп этәргес көсө. Нәҡ уларҙың профессиональ әҙерлеге, компетенциялары, белемдәре һәм оҫталыҡтары иҡтисади һәм социаль именлектең тотороҡло нигеҙен булдыра, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе ябай кешеләрҙең йыш ҡына сәйәсәт ҡорбандары булып ҡалыуҙарын билдәләне. Миҫал сифатында Рөстәм Хәмитов, хаҡтарҙың кинәт артыуына, предприятиеларҙың ябылыуына, күмәк кешеләрҙең эшһеҙ ҡалыуына килтергән, уйлап еткерелмәгән баҙар үҙгәртеп ҡороуҙарын һәм иҡтисади көрсөктө атаны.

— Былар барыһы ла иң тәүҙә ябай кешеләрҙә сағылыш таба, уларҙы фәҡирлек сигенә этәрә — тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитовтың фекере буйынса, 21 быуат башы — «илдең яңынан тупланыу, уның иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль сәйәсәтте үҫтереү ваҡыты».

— Бында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың айырым роле тураһында билдәләп үтергә кәрәк. Уның сәйәси ихтыяжы менән эҙмә-эҙлекле дәүләт стратегияһы нығытыла.

Республика башлығының БР Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе БР Президентының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть